“Әфлисунлы ожмах”
24 март район мәҙәниәт һарайында 10 “Б” синыф (етәксеһе Ҡоҙашев Марсел Тәлғәт улы) өсөн “Әфлисунлы ожмах”
(Апельсиновый рай) исемле күңелле, мауыҡтырғыс уйын үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр әфлисунға ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуаптар бирҙе, уйындарҙа етеҙлеген һәм тапҡырлыҡтарын һынаны. Сараны мауыҡтырғыс итеп Дилә Вәзих ҡыҙы алып барҙы. Был уйында һәр бер ҡатнашыусыға күскәнәскә – бүләккә Әфлисун бирелде!
10 “Б” класс уҡыусыларына киләсәктә лә әүҙем, сос, берҙәм һәм тапҡыр булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ! Уңыштар һеҙгә!