Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”

17 март ✅ көнө район мәҙәниәт һарайының фойеһында үҙ эштәрен һәм матурлыҡты яратҡан, башҡаларға күңел күтәренкелеге өләшеүселәр менән осрашыу булып үтте! Үҙ эшенең оҫталары Зөмәрә Ғәбиҙуллина, Әлиә Алтынбаева һәм Нәирә Кульчикова менән яҡындан танышҡас, төрлө һорауҙарға яуап алғас, мастерҙар үҙҙәренә модельдар һайлап эшкә тотондо! Әлиә Алтынбаева һәм Нәирә Кульчикова прическа, Зөмәрә Ғәбиҙуллина көндөҙгө макияж эшләп күрһәтте! Эш барышында биткә ниндәй макияж, прическа килешәсәген, нисек кремде һәм биҙәнеү әйберҙәрен дөрөҫ ҡулланырға икәнен аңлатып китте оҫталар! Һәр бер модель һәм оҫталар үҙ эштәренән ҡәнәғәт ҡалды! Хатта ситтән генә бар эште ҡарап ултырған егеттәр ҙә ҡушылып китте! Бөгөнгө саҡырыуҙы ҡабул итеп килгән мастерҙарға киләсәктә лә ҙур уңыштарға өлгәшеүҙәрен, күп клиенттар теләп рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ!