Тарыуалдар яҡланы!
Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тарыуал” халыҡ театры бөгөн М.Мөсифуллиндың «Аҡса кемгә кәрәкмәй?!» комедияһын сәхнәгә сығарҙы. Спектаклде БР-ның халыҡ артисткаһы С.Буранбаева һәм республика халыҡ ижады үҙәгенең театр өлкәһендәге баш белгес Т.Ҡалмурзина баһалап үттеләр. “Тарыуал” театры “халыҡ” исемен йөрөтеүен дауам итә. Театр етәксеһе Ш.Мәзитовҡа һәм коллективҡа уңыштар теләйбеҙ!