Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ҡупшыҡай – 2022” бәйгеһе үтте

14 март район мәҙәниәт һарайында 5-7 йәшлек ҡыҙҙар араһында “Ҡупшыҡай – 2022” бәйгеһе үтте. Һайлап алыу турҙары балалар баҡсаларында үтеп, конкурстың финалында 8 ҡыҙға көс һынашыу бәхете тейҙе. Иң беренсе, “Милләтем – башҡорт” исемле темаға, үҙҙәре менән таныштырып үтте ҡыҙҙар. Артабан, ижади һәләттәрен күрһәтеп – йырлап-бейеп көс һынаштылар. 3 конкурс “Башҡорт рухы ғаиләмдә” тип аталды. Унда һәр бала ата-әсәһе менән берлектә, ашарға бешеренеп, әкиәт сәхнәләштереп, башҡорт халыҡ йолаларына таянып, үҙ әҙерлектәрен күрһәттеләр. Иң аҙаҡтан, үҙҙәре уйлап теккән күлмәктәрҙә мода күрһәтеп тә алдылар.

Һәр ҡатнашыусыны ҡарап, баһалама ағзалары түбәндәге урындарҙы билдәләнеләр:

Гран-при “Ҡупшыҡай – 2022” – Алтынай Дауытова (“Аҡбуҙат” б/б),

1 урын – Азалия Аҡбулатова (“Баҙал” б/б),

1 урын – Гөлзиә Солтанова (“Ҡайынтүш” б/б),

2 урын – Аделина Хәсәнова (“Ҡайынтүш” б/б),

2 урын – Зөһрә Ғәбиҙуллина  (“Баҙал” б/б),

3 урын – Юлиана Муллағолова (“Аҡбуҙат” б/б),

3 урын – Фаягөл Исҡужина (“Баҙал” б/б),

3 урын – Лилиә Назарова (“Баҙал” б/б).

Барлыҡ ҡатнашыусы һылыуҡайҙарыбыҙҙы ла еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Уларҙы әҙерләп, бергә сәхнәгә сыҡҡан ата-әсәләренә, ярҙам иткән тәрбиәселәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Кескәйҙәрегеҙ һеҙҙе һәр саҡ уңыштары менән ҡыуандырып ҡына торһондар тип теләйбеҙ!