Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Урал Батырҙың ҡышҡы уйындары

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының төп ере – Һарғая ауылында инде йолаға әүерелгән “Урал Батырҙың ҡышҡы уйындары” нда булып ҡайтты .
“Урал Батырҙың ҡышҡы уйындары”нда бер булһа ла ҡатнашҡан кеше, унда һәр йыл килергә ашҡына. Был ысындан да шулай. Ҡышҡы һабантуй (был уйындарҙы икенсе төрлө ошолай тип тә атайҙар) – хәтерҙә оҙаҡ йылдарҙа ҡалырлыҡ сара.
Быйыл байрам алтынсы тапҡыр уҙғарылды. Сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай, уның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылары артҡандан-арта бара, хәҙер ул республика кимәленә сыҡты.
Быйыл Ылаҡ ярышы Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан ҡатнашыусыларҙы ла йәлеп итте, араларында төрлө ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған тәжрибәле һыбайлылар бар. Киренән тергеҙелгән халыҡ уйындары, суҡмар ырғытыу, таш ярыу, уҡсылар ярышы һәммәһенең дә күңелендә дәрт уйнатты.
Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов – Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы, Айнур Илгиз улы Бейембетов – Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, яҡташыбыҙ Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова – Башҡортостандың мәҙәниәт министры, Зәки Арыҫлан улы Әлибаев – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе һәм Айнур Ғүмәр улы Ишмөхәмәтов– “Ирәндек” башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды директоры ҡатнашты. Халыҡҡа Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары “Урал батыр” эпосынан театрлаштырылған өҙөк сәхнәләштереп күрһәтһә (ет. Фирүзә Фәрит ҡыҙы), үҙ моңдарын Республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Зилиә Бәхтиева, Морат Йәноҙаков, Ян Лира бүләк иттеләр .
Был байрамда ихлас күңел асып, төрлө милли уйындарҙа ҡатнашып, йырлап-бейеп матур ял итеп ҡайтты бар халыҡ!

R/S. Фотолар “Таң” редакцияһы газетаһынан алынды!