Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Үҙ ҡыҙын ҡаршы алды Ырғыҙлы!

Бөгөн Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортонда ҙур ҡыуаныс!
“Атайсал” проекты, Башҡортостанда яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын маҡсат итеп ҡуйған был программа бик уңышлы ғына эшләп килә. Проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне. Программаның нигеҙендә шәхестәр ауылдаштарының, райондаштарының көнүҙәк проблемаларын хәл итә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған шәхестәр үҙҙәренең тыуған ауылына, тыуған яғына хәленән килгән тиклем үҙ өлөшөн индерәләр.
Бөгөн тап шулай матур көн булды – Ырғыҙлы ауылы халҡына! Бала сағы ауылда үткән, ауылдың саф һауаһын һулап үҫкән ошо ауыл ҡыҙы , Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортона бүләккә – ике теген машинаһы һәм бейеүсе ҡыҙҙарға милли сәхнә күлдәге алып килде. Ауыл халҡы ошондай ярҙам күрһәткән Әминә Ивний ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Ошо сара сиктәрендә Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Ишмөхәмәтова флейтала, сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Дауыт Башаров фортепьянала уйнап сығыш яһанылар. Һәм ырғыҙлы ауылы сәхнәһендә Әминә Ивний ҡыҙы ла сығып ауылдаштарына фортепьянола музыкаль әҫәрҙәрҙе уйнап ишеттерҙе.
Ауыл мәҙәниәт йортонда әүҙем эшләп килгән оҫта ҡулдар “Ағинәйҙәр” ойошмаһы апайҙары түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Проект сиктәрендә алынған бүләктәрҙең мәнфәғәтен күреп, Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йорто эше тағы ла гөрләһен. Бында килгән һәр кем ялын файҙалы үткәрһен. Шулай уҡ Әминә Ивний ҡыҙына эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!