“Яҙ гүзәле-2022”
Бөтә тереклек уянғанда, ҡояш яҡтыраҡ, сағыуыраҡ, нығыраҡ йылыта башлағас, күңелдәрҙе наҙға, моңға матурлыҡҡа әйҙәп, йылдағыса “Яҙ гүзәле – 2022” район бәйгеһе булып үтте. Бәйгелә йөрьәт итеп быйыл 5 ҡыҙ һынау тотто: Әбделмәмбәт ауылынан Лилиә Ғәрифуллина, Әтек ауылынан Ғәҙилә Бейембәтова, Тимер ауылынан Нурзилә Иҫәнғазина, Байназар ауылынан Фирзинә Ҡарағолова һәм Килдеғол ауылынан Эльвина Миндеғолова. Ҡыҙҙар 5 конкурста ҡатнашып уңышлы ғына көс һынаштылар: визитка “Әгәр мин режиссер булһам”, ижади конкурс, билдәле бер яҙыусының әҫәрен сәхнәләштереү, блиц-һорау, уҙҙәре тегеп кейгән кейемде күрһәтеү. Жюри һылыуҙарҙың сығышын ҡарағандан һуң түбәндәге урындарҙы билдәләне:
3-сө урын – Фирзинә Ҡарағолова;
3-сө урын – Лилиә Ғәрифуллина;
2-се урын – Нурзилә Иҫәнғазина;
1-се урын – Эльвина Миндеғолова;
Гран-при – Ғәҙилә Бейембәтова.
Владик Тәлғәт улы Әхтәмовтың махсус призына – Эльвина Миндеғолова лайыҡ булды!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар, һаулыҡ, бәхет, һәр саҡ йондоҙ булып балҡыуҙарын теләйбеҙ!