Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ҡанаттар ҡуя сәхнә”

19 апрель Район мәҙәниәт һарайында эшләп килеүсе үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәрҙең концерты булып үтте. Иң башта “Ҡояшҡай” балалар театр түңәрәгенд (ет. Ғ.Вәлитова) “Шаян бесәй” әкиәтен сәхнәләштереп үттеләр. Артабан сәхнә түрен йыр, бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр биләне. “Ялҡын” (ет.А.Дауытова, Ф.Үтәбаев), “Осҡон” (ет. А.Дауытова) өлгөлө бейеү, “Тамсыҡай” балалар (ет.Д.Сәғәҙиева), “Гәлсәр” (ет.А.Уразаева) вокал ансамблдәре үҙ сығыштарын тамашасыларға тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ Алтынай Дауытова, Вилдан Фәйзуллин, Нәйлә Нурдәүләтова оҫта бейеүҙәре менән әсир итһә, моңло йырҙарҙы Айһылыу Ғәлләметдинова, Илнара Йомағолова, Наҙгөл Сафина, Рәсилә Сәғитова, Зарема Моратшина, Динислам Ғәйнуллин, Артур Сатвалов, Алтынай Ғәлләметдинова, Искәндәр Ғәлиуллин, Дилә Сәғәҙиева башҡарҙылар. Концертта ҡатнашыусыларға, ҡарап ултырыусыларға ҙур рәхмәт! Сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ мәңге йәшәһен!