Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы үтте

🎯14 апрель көнө “Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексында Бөрйән районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы булып үтте. Барлығы ярыштарҙа 10 команда:
⚡“Етеҙҙәр” (Район мәҙәниәт һарайы),
⚡“Бөрйәндәр” ( сәнғәт мәктәбе, район китапханаһы),
⚡“Дуҫлыҡ” (Яуымбай, Мораҙым),
⚡“Байназарҙар” (Байназар),
⚡“Атарбай” (Байғаҙы, Әтек, Яңы Усман),
⚡“Ҡыҙылтаң йәштәре” (Иҫке Монасип, Нәби, Тимер),
⚡“Берҙәмлек” (Ҡолғана, Килдеғол, Әбделмәмбәт)
⚡“Алға” (Ғәлиәкбәр, Мәндәғол, Яңы Мөсәт, Яңы Собханғол),
⚡“Спортсмены” ( Ҡотан, Ыпғыҙлы, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй),
⚡“Берҙәм Рәсәй” (Исламбай, Брәтәк, Мәһәҙей, Яңы Монасип).
Спартакиаданы асып, иң беренсе булып мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева сәләмләп үтте. Унан һуң Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева ҡатнашыусыларға ярыш сәме, дәрт теләне. Артур Сатвалов башҡарыуында матур йыр тыңлап үткәс, ярыштар башланып китте.
Тәүге ярыш – “Күңелле старттар” ысынлап та, бик күңелле, ҡыҙыҡлы үтте. Артабан, мәргәндәр “Уҡ атыу” ярышына йүнәлһә, ҡалғандар кәрзингә туп һелтәп, оҙонлоҡҡа һикереп, арҡан тартышыуҙа көс һынаштылар. Иң аҙаҡтан етеҙҙәр “һыуҙа йөҙөү” буйынса ярыштылар.

🎯Кәрзингә туп һелтәү буйынса:
1 урын – Мырҙағолов Хәмит (“Дуҫлыҡ”),
2 урын – Үтәбаев Фәнис (“Етеҙҙәр”), Раян Заманов (“Атарбай”)

🎯Уҡ атыу буйынса:
ир-егеттәр араһында
1 урын – Үтәбаев Фәнис (“Етеҙҙәр”),
2 урын – Мырҙағолов Хәмит (“Дуҫлыҡ”),
3 урын – Йомағолов Раян (“Ҡыҙылтаң йәштәре”)

🎯ҡатын-ҡыҙҙар араһында
1 урын – Ғәлиуллина Вәлимә (“Берҙәм Рәсәй”),
2 урын – Өмөтҡолова Нәбирә (“Бөрйәндәр”),
3 урын – Хөсәйенова Эльвира (“Берҙәм Рәсәй”).

Бөтә ярыш төрҙәрендә лә һәр командаға урындар билдәләнеп, дөйөм иҫәп буйынса Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһында
🥇1 урынды – “Етеҙҙәр” (Район мәҙәниәт һарайы),
🥈2 урынды – “Спортсмены” ( Ҡотан, Ыпғыҙлы, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй),
🥉3 урынды – “Бөрйәндәр” ( сәнғәт мәктәбе, район китапханаһы) яуланылар.
Барлыҡ командаларға ла грамоталар, аҡсалата бүләк таратылды. Спартакиаданың күсмә кубогы Район мәҙәниәт һарайы командаһына тапшырылды.
🎯”Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексы директоры Азат Әхәт улы Ишкилдин еңеүсе командаларға бассейнға йөҙөүгә абонементтар бүләк итте.
Спартакиадала ҡатнашҡан барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Шулай уҡ, ошо матур сараны үткәрешкән “Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексы коллективына бик ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла эштәрегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уңыштар, ғилә именлеге, ил-көн тыныслығы теләйбеҙ!