Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Фотокүргәҙмә асылды

15 апрель көнө Район мәҙәниәт һарайында билдәле фоторәссам Флүр Газиндың “Бүре күҙҙәренең һағышы” исемле күргәҙмәһе асылды. Был көн уның өсөн икеләтә байрам – сөнки, Флүр Сабирйән улының 60 йәшлек юбилейына тура килде. Ошо көндәрҙә фоторәссамдың “Флүрография” исемле өр-яңы китабы ла донъя күрҙе.

Юбилярҙы ҡотлап был сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты: Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов,  Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев, Рәмил Кәрим улы Иманғолов,  Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова, Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, Айһылыу Рәжәп ҡыҙы, Таңһылыу Сәйфетдин ҡыҙы Баһауетдинова һ.б.

Флүр Газин халыҡҡа “Һыбайлы ҡыҙ”, “Эш алтында түгел” исемле хикәйәләр китаптары, “Был донъяға Хоҙай үҙе ҡыҙығыр”, “Берйән. Бөрйән. Бурзян” фотоальбомдары аша таныш. Бөрйән егете – республикала ғына түгел, унан ситтәлә танылыу яулаған фоторәссам. Күргәҙмә район мәҙәниәт һарайында апрель аҙағына тиклем эшләйәсәк.

Фотолар “Таң” гәзите төркөмөнән алынды