Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Оҫтабикә Камила

Элек-электән башҡорт ғаиләләрендә ҡәҙерле һәм абруйлы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, табын ҡороп һыйлағандар. Ә ҡыҙҙар кескәй саҡтан уҡ аш-һыу бешеренергә өйрәнгәндәр. Бәлештәр – хөрмәт, ҡунаҡсыллыҡ һәм йомартлыҡ билдәһе. Һәр береһенең үҙенең ҡабатланмаҫ, айырмалы үҙенсәлектәре бар.

6 апрель көнө район мәҙәниәт һарайында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8 синыф уҡыусыһы, бар яҡтан да уңған, өлгөр  Камила Түлибаева ҡаймаҡ бәлеше бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был бәлеште ниндәй табынға ҡуйһаң дә күркәм, тәмле, йәмле. Әйткәндәй, Камила өйҙәрендә тәмле-татлыны бик йыш бешерә икән, хатта һатыуға ла бешерә. Бына ниндәй шәп ҡыҙ үҫе килә Гөлдәр һәм Шамил Түлибаевтар ғаиләһендә!