Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Зөһрә ханым оҫтаханаһы”на рәхим итегеҙ!

15 апрелдә, халҡыбыҙҙың аҫыл – аҫыл кәсеп – һөнәрҙәрен үҙ иткән, уларҙы үҙ ҡулдары, үҙ көсө, үҙе теләгәнсә ижад итергә әүәҫ ҡул эштәре оҫталарын беҙҙең музейҙа – “Зөһрә ханым оҫтаханаһы” нда көтөп ҡалабыҙ! 💖
Ә ни өсөн “Зөһрә ханым оҫтаханаһы”мы? Белеүегеҙсә, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың хәләл ефете Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Ғафури – Насырова иҫ киткес шәп ҡул эштәре оҫтаһы булған (әйткәндәй, улар менән һеҙ музейға экскурсияға килгәндә таныша алаһығыҙ). Шуға күрә беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫ йылында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт – музейында бына шундай оҫтахана асып ебәрҙек. Уларҙа беҙ Өфө ҡалаһының ғына түгел, ә республикабыҙҙың төрлө район – ҡалаларында йәшәгән ҡул эштәре оҫталарының оҫталыҡ дәрестәрен даими үткәреп торасаҡбыҙ. Оҫтаханабыҙың тәүге һөнәрмән ҡунаҡтары – Бөрйән районының данлыҡлы Ҡыпсаҡ ауылынан. Килегеҙ! Күрегеҙ! Ҡатнашығыҙ!
Мемориальный дом-музей Мажита Гафури