Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Афарин, бейеүселәр!

20 май, Баймаҡ ҡалаһының Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә данлыҡлы балетмейстер, РБ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙиндың призына Республика кимәлендә уҙғарылған бейеү коллективтары һәм бейеү ҡуйыусыларҙың конкурсы үтте.
Унда Бөрйән район мәҙәниәт һарайының “Самрау”(ет. Фәнис Үтәбаев, Айгизә Даутова), Байназар ауылынан “Азамат” (ет. Зилә Исмаҡова) халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре ҡатнашты. “Азамат”тар “Тамашасы һөйөүе” нә, ә “Самрау”ҙар 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булдылар. Башҡа билдәле балетмейстерҙар менән бер рәттән, Зилә Исмаҡова “Иң яҡшы бейеү ҡуйыусы” номинацияһында бүләкләнде.

Афарин, бейеүселәр! Һәр саҡ оло еңеүҙәр яуларға насип булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә һәм уҡыуҙарығыҙҙа уңыштар, бәхет, шатлыҡ- ҡыуаныстар теләйбеҙ!