Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бейеү байрамы уҙҙы

29 апрелдә Район мәҙәниәт һарайында күптән инде йолаға әйләнеп киткән бейеү байрамы үтте. Быйыл байрам 23-сө тапҡыр үтте һәм ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәнғәле Арыҫлан улы Вәхитов иҫтәлегенә уҙҙы. Был көндө Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһе 100-ҙән ашыу һәүәҫкәр бейеүселәрҙе берләштерҙе. Байрам шарт буйынса конкурс форматында үтеп, Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева етәкселегендәге жюри ағзалары бик еңел булмаһа ла, бер фекергә килеп, түбәндәгеурындарҙы билдәләнеләр:

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында:

3-8 йәшлектәр араһында:

1 урын – Әҙилә Ғиләжева (Килдеғол),

2 урын – Алтынай Дауытова (Иҫке Собханғол)

3 урын – Аяз Ғәбиҙуллин.

9-15 йәшлектәр араһында:

1 урын – Лиана Мәхмүтова (Әбделмәмбәт),

2 урын – Ғәҙилә Бейембәтова (Әтек),

3 урын – Әлфинә Ғайсина (Ҡолғана).

16 йәштән өлкәндәр араһында:

1 урын – Ләйлә Хәйбуллина (Исламбай),

2 урын – Фирүзә Салауатова (Байназар),

3 урын – Айһылыу Ғәлиуллина (Әбделмәмбәт).

Шулай уҡ, яңғыҙ башҡарыусылар араһында Ғәҙелгәрәй ауылынан Зифа Юлсурина “Байрам биҙәге”, Илназ Баянов “Өмөт” номинацияларында бүләкләнделәр.

Ансамблдәр араһында:

8-15 йәшлектәр араһында: 

1 урын – “Таң йондоҙҙары” (Әтек), “Шатлыҡ” (Ырғыҙлы),

2 урын- “Йондоҙ” (Нәби), “Инсебикә” (Яңы Собханғол),

3 урын – “Йондоҙсоҡтар” (Ғәҙелгәрәй), “Нур”  (Яңы Монасип),

“Тыпырҙаҡ” ансамбле (Байғаҙы) “Яңы һулыш” номинацияһында билдәләнде.

16 йәштән өлкәндәр араһында:

Гран-при – “Дуҫлыҡ” (Әбделмәмбәт),

1 урын – “Йәшлек” (Иҫке Монасип),

2 урын – “Ағиҙел һылыуҙары” (Яңы Собханғол),

3 урын – “Умырзая” (Яуымбай) ансамблдәре яуланылар.

Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе ансамблдәр араһында: 

1 урын – “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Айгизә Дауытова),

1 урын -“Аҡбуҙат” бейеү ансамбле (етәксеһе Зилә Исмакова),

2 урын – “Йәшлек” бейеү ансамбле (етәксеһе Нәйлә Нурдәүләтова).

Өлкән төркөм араһында

“Ялҡын” (етәксеһе Айгизә Дауытова, Фәнис Үтәбаев), “Азамат” (Етәксеһе Зилә Исмакова) өлгөлө бейеү ансамблдәре 1 урында билдәләнделәр.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт! Артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!

Фото “Таң” гәзите