Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Буласаҡ һалдаттарға ял минуттары

Бөгөн «Ағиҙел» ял һәм һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә әрме тормошона әҙерлек үтеүсе егеттәр өсөн концерт ҡуйылды. Береһенән – береһе моңло, дәртле ҡыҙҙар үҙҙәренең күңел түренән сыҡҡан моңдарын бүләк итһә, егеттәр күңелдәргә дәрттәр һалып бейене. Юлиә Ғөбәйҙуллина, Нурзилә Иҫәнғазина, Гөлсирен Мәзитова, Рәсилә Сәғитова, Ильнара Йомағолова, Рәсил Төлкөбаев, Ильтимер Мырҙағолов һәм Вадим Ниязғолов бүләк иткән йыр-бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде. “Иле бар батыр хур булмаҫ, батыры бар ил хур булмаҫ – ти халыҡ мәҡәле. Буласаҡ ил һаҡсыларына киләсәктә уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер, донъялар тыныслығы һәм аяҡ күк йөҙө теләйбеҙ.