Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Еңеү көнө мәңге хәтерҙә!

9 май байрамы Бөрйән районында йылдағыса иң масштаблы сараларҙың береһе булып үтте. “Үлемһеҙ полк” акцияһы быйыл үҙенә 1200ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Ата-бабаларыбыҙ рухтары, фотоһүрәттәрҙә генә булһа ла, Еңеүҙең 77 йыллығына арналған байрам парадында үтә алдылар. Унан һуң парадта Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир-ветерандар, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яугир-интернационалистар, Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмө, 73-сө янғын һүндереү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, Һауа десант ғәскәрҙәрендә, Хәрби диңгеҙ флотында, Сик һаҡсылары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр үтте. Был парадта шулай уҡ, ҙур ғорурлыҡ менән, үҫеп килеүсе быуын – Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының Бөрйән филиалы студенттары, Байназар урта мәктәбенең “Любизар” хәрби патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, Иҫке Монасип урта мәктәбенең “Горизонт” йәш туристар һәм краеведтар клубы ҡатнашыусылары, Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең “Юнармия” һәм “Йәш спецназдар” хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре, барабан һуғыусы 8-10 синыф ҡыҙҙары ҡатнашты. Еңеү парадын йәмләп һыбайлылар, автомашиналар ҙа үтте. Артабан, халыҡ мәктәп алдындағы мемориаль таҡтаташ алдына митингҡа йыйылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә үткән митинг бөтә шарттарға яраҡлаштырып үткәрелде.

Район үҙәге гөрләп торҙо был көнө. Халыҡ өсөн бушлай ялан кухнялары эшләне. Теләүселәр тәмле һалдат бутҡаһын, ҡоро паектан ауыҙ итә алдылар. Һатып алыу нөктәләре лә ҡайнаны. Сәхнәнән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр артистар әҙерләгән йыр-моң, бейеү бер туҡтауһыҙ ағылып торҙо.