Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Пар ҡанатым”

13 май район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара Ғаилә көнөнә “Пар ҡанатым” исемле бик матур кисә үтте. Был кисәлә йәш ғаиләләр ҙә, 20-30 йыл бергә ғүмер итеүсе ғаиләләр ҙә ҡатнашты. Бөрйән районы “Ғаилә” үҙәгенең юрисы Оксана Ғәле ҡыҙы һәм психологы Мәҙинә Сәлих ҡыҙы саҡырылғайны. Мәҙинә Сәлих ҡыҙы аҡса менән мауыҡтырғыс тренинг үткәрҙе. Тренинг араһында мәҙәниәт һарайы артистары кисәне музыкаль номерҙар менән биҙәне, төрлө уйындар үткәрҙе. Кисә аҙағында парҙарға үҙҙәренең фотоһүрәттәрен бүләк итеп, ҡатнашыусылар үҙҙәре лә музыкаль номерҙар яһап, матур тәьҫораттарҙа таралыштылар.