Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйәндә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса “Мәсем хан” асыҡ республика турниры үтте

Башҡортостан борон-борондан ил данын һаҡлаусы ал бирмәҫ батырҙар, ил рухын яҡлаусы йырсы -сәсәндәр, аҡһаҡалдар, ил инәләре менән дан тотҡан. Үткәндәр менән ғорурланып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡатмай, быуындар ағышында үҫтереү, бөгөнгө көндә йәш быуынға танытырға һәм киләсәк быуынға еткереү беҙҙең төп бурысыбыҙ.
19 июнь Күҙәмбәт яланында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса “Мәсем хан” асыҡ республика турниры үтте.
Турнирҙы асып Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов сығыш яһағандан һуң, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Иҫәнғәлин етәкселегендәге “Мәсемташ” ҡурайсылар ансамбле, Артур Сатвалов музыкаль бүләк яһанылар. Артабан, Илдар Зәки улы ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырып үткәндән һуң, ҡыҙыу ярыш башланып та китте.
Әйткәндәй, 2016 йылда Мәҙәниәт бүлеге бер төркөм уҡсыларҙы беренсе тапҡыр Ғафури районында үткән “Мәргән уҡсы” республика фестивалененә ебәреп уҡ атыуға һөйөү һәм дәрт уятып ебәргәйне. Шунда уҡ үҙҙәренең мәргәнлектәрен республика кимәлендә Яңы Мөсәт ауылынан ағалы-ҡустылы Салауат һәм Сынбулат Юлберҙиндар күрһәтте һәм Бөрйән данын яҡлап уңышлы сығыш яһанылар. Шунан бирле был уҡсылар хәрәкәте киң танылыу яуланы. Әлеге көндә Беҙҙең район уҡсылары төбәк һәм халыҡ-ара, шулай уҡ республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәйҙәр.
“Мәргән уҡсы” үҙәге тарафынан ойошторолған ярыштарҙа – Ишморатова Әлиә, Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндар республика чемпионы булыуға өлгәштеләр. Шулай уҡ Ырыҫҡолов Азамат, Муллағолов Илгиз, Азат Ишкилдин һәм Орел ҡалаһында үткән Рәсәй кубогы һәм Рәсәй чемпионатында Милли йәйәнән уҡ атыу турнирында 3-сө урын яулаусы Нәилә Ишкилдина. Был йүнәлештә балаларҙы Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов уҡ атыу серҙәренә төшөндөрә. Районда уҡсылар хәрәкәтен Илдар Зәки улы Ишморатов етәкләй.
Уларға гелән дә ҙур уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!