Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған митинг үтте
Бөгөн, 22 июнь, Иҫке Собханғол мәктәбе алдында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған митинг үтте. Митингты асыҡ тип иғлан иткәс, Район Хакимитәе башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы һүҙ тотто. Яуҙа ҡорбан булған райондаштарыбыҙ иҫтәлегенә сәскәләр һалынып, бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, митингта ҡатнашыусылар Дилә Сәғәҙиева башҡарған “Бер минутлыҡ тынлыҡ” йырына “Хәтер шәме” республика акцияһына ҡушылдылар.