Рәсәй көнө билдәләнде
12 июнь илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Был иреклек, азатлыҡ, граждандар тыныслығы һәм кешеләрҙең килешеп йәшәү байрамы.
Ошо уңайҙан бөгөн, район мәҙәниәт һарайы алдында, мәктәп янындағы хеҙмәт лагерына йөрөүсе балалар өсөн сара үтте. Сара уҡыусыларҙың дәррәү Рәсәй Федерацияһының гимнын йырлау менән башланып китте. “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле менән берлектә флешмоб та бейеп алдылар. Викторина һорауҙарына яуап биргәс, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, тәмле күстәнәстәр алып таралыштылар.