Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Шайморатов хаҡында спектакль – Бөрйәндә!..

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәйге оҙайлы ялдар алдынан Урал аръяғы райондарына гастролдәргә сыҡты – театр Бөрйәнгә “Ат уйнатып алдан бара…” спектакле менән киләсәк!👏🏻👏🏻👏🏻 Артистар ❗30 июндә Иҫке Собханғолда 15.00 һәм 19.00 сәғәттә сығыш яһаясаҡ❗
🏇Легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се атлылар дивизияһы күрһәткән батырлыҡтар хаҡындағы спектаклдең даны бөтә республикаға таралды. Рухлы, бай йөкмәткеле һәм күптәрҙең күңелен әсир иткән сәхнә әҫәрен Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән. Проекттың художество етәксеһе – театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев , хореографы— Рәйес Низаметдинов. Проекттың консультанты – билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин. Төп ролдә – комдив ролендә – Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты актер Артур Кәбиров.
🏇Еңеү хаҡына йәнен аямаған ҡаһарман, дошманды дер ҡалтыратҡан, үҙен хөрмәт итергә мәжбүр иткән Шайморатов һәм шайморатовсылар тураһындағы тамашала танылған актерҙар. Шуныһы ҡыуаныслы спектаклдә яҡташыбыҙ Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, актер Урал Аминов та сығыш яһай.
🏇Спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙары, БР Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған. Сәхнәләге хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған, ундағы ваҡиғалар экрандағы кинохроникалар менән үрелеп бара.
🏇Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары иҫтәлегенә арнап ҡуйылған спектаклдән ситтә ҡалмағыҙ, театр менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
https://ufa.kassy.ru/events/teatr/2-14313/hall/?t=165..