Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Стела асылды

Бөгөн Германиялағы Совет ғәскәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайы алдында стела асылды. Митингты асып Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов сығыш яһап үткәс, бер төркөм райондаштарыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Ветерандар Советының, Район хакимиәтенең, Бөрйән районы Ветерандар Советының рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.
Артабан, Украинала барған махсус операциялар ваҡытында Тыуған ил именлеген һаҡлап шаһит киткән яҡташ егеттәребеҙ – Ғәлин Илшат Әсхәт улы, Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы, Шәмиғолов Ильяс Ришат улы ғаиләләренә “Батырлыҡ” ордены тапшырылды.
Шулай уҡ, митингта Белорет һәм Межгорье ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары, подполковник Айбулат Рәис улы Дәүләтбирҙин, Бөрйән район ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев, хәрби хеҙмәт ветераны Илгиз Фәйзрахман улы Мәрәсов, Бөрйән районының Германиялағы Совет ғәскәрҙәре ойошмаһы рәйесе Салауат Ғәлимйән улы Ишбулатов телмәр тоттолар.
Бик күп кенә ир-егеттәребеҙгә Яугир-интернационалист, юбилей миҙалдары тапшырылды. Митинг күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.