Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Яңғыраһын бала саҡ йырҙары!

Бөгөн район мәҙәниәт һарайы майҙансығында, балаларҙы яҡлау көнө уңайынан, “Нурлы бала саҡ, йырлы бала саҡ” исемле байрам сараһы ойошторолдо. Байрамға йыйылыусыларҙы Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева ҡотлап үткәндән һуң, сәхнәлә һәләтле балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Дәртле концерт номерҙары менән берлектә, балалар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары, һатыу нөктәләре эшләне.
Байрамды йәмләп ҡатнашыусы һәр балаға, ата-әсәләренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һәр саҡ шулай әүҙем булып ҡалығыҙ!