Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Самауыр шыжлай, байрам гөрләй”

Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йортонда “Самауыр шыжлай, байрам гөрләй” исемле сара үтте. Самауырлы байрамда БР-ның мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы, Бөрйән районы Хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улы, Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге начальниғы Тләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы ҡатнаштылар.
“Ялҡынлы” һәм “Йырлы” командалары ярышҡан самауыр байрамы сәмле, йәмле, тәмле булды!
Былтырғы йылда “Культура” милли проект рамкаһы сиктәрендә Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнде. Бина өр яңы һулыш алып, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртләнеп эшләйҙәр. Шулай уҡ ижади коллективтарҙа район һәм республика кимәлендә үткән сараларҙа уңышлы сығыш яһайҙар. Мәҙәниәт йортон тантаналы асыуҙа Ә. И.Шафиҡова вәғәҙә иткән “Шүлгән” инструменталь ансамбленә ике мандолина бүләк итте. Яҡташыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
(Фотолор Булат Тимерғәлиевтан алынды)