Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“ҠабаҡFest” район ҡабаҡ фестивале үтте

⚡Бөгөн Район мәҙәниәт һарайы алдында 🍊“ҠабаҡFest”🍊 район ҡабаҡ фестивале үтте. Фестивалде асып, Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп үтте. Ошо сара сиктәрендә Яңы Усман ауылы мәҙәниәт йортона “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты буйынса өр-яңы ҡоролмалар тапшырылды. Шулай уҡ, күптән түгел ошо проект ярҙамында Газель Next автобусына эйә булғайныҡ. Венера Фәрит ҡыҙы Яңы Усман ауылының фольклор ансамбленә “ШүлгәнТаш” ҡурсаулығына сәйәхәткә сертификат тапшырҙы. Улар яңы автобуста шул сәйәхәткә юлландылар.
Байрам менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Илгиз улы Бейембәтов, Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева ҡотланылар.
Артабан, фестивалдә ҡатнашыусылар
🍊Иң ҙур ҡабаҡ үҫтереүсе,
🍊Ғәҙәти булмаған формалағы ҡабаҡ үҫтереүсе,
🍊Ҡабаҡтан үҙенсәлекле композиция,
🍊Ҡабаҡтан бешерелгән аш-һыу оҫтаһы,
🍊Ҡабаҡ тураһында таҡмаҡ ижад итеүселәр
конкурстарында көс һынаштылар.
Һәр номинацияла урындар билдәләнеп, фестивалдең дөйөм һөҙөмтәһе менән
🍊Гран-прины – “Аҡбуҙат – ҡабаҡ илендә” (“Аҡбуҙат” б/б)
🍊1 урын – “Ҡабаҡ оладушкиһы” ( Яңы Мөсәт ауылы),
🍊2 урын – “Көҙ батшаһы – Ашҡабаҡ” (Район үҙәк китапханаһы),
🍊2 урын – “Кәрәҙ” клубы ашханаһы (“Кәрәҙ” клубы ҡатын-ҡыҙҙары),
🍊3 урын – “Ҡабаҡбаштар” (Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана ауылы мәҙәниәт йорттары),
🍊3 урын – “Алағуян инәйҙәре” (Мәжит Ғафури урамы ҡатын-ҡыҙҙары),
🍊3 урын – “Янһары ҡабаҡтары” (Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йорто)
командалары яулап, уларға Район мәҙәниәт бүлегенең дипломдары һәм сертификаттар менән бүләкләнделәр. Башҡа командаларға ла актив ҡатнашҡандары өсөн сертификаттар тапшырылды.
Районыбыҙҙа тәүгә генә үткәрелһә лә бик матур, иҫтәлекле сара булып үтте Ҡабаҡ байрамы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, дәрт-дарман теләйбеҙ! Йыл да уңыштарыбыҙ мул булһын!