Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Көҙ байлыҡтары – 2022”

Йылдағыса Бөрйән районында “Көҙ байлыҡтары – 2022” район йәрминкәһе үтте. Йәрминкәлә ауыл биләмәләре Хакимиәттәре, районыбыҙҙың ауыл хужалыҡтары кооперативтары, крәҫтиән фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар бик әүҙем ҡатнашты. Сәләмләү һүҙе менән Район хакимиәте башлығының эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Әхәт улы Хәлитов, Ҡоролтай Дәүләт йыйылышы депутаты Айнар Илгиз улы Бейембәтов сығыш яһап, бер төркөм райондаштарыбыҙҙҙы йыл дәүеренә ҡаҙанған уңыштары менән ҡотлап, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып үттеләр. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән байрам концерты ҡатнашыусыларға матур кәйеф өҫтәп ебәрҙе. Иң һуңынан көҙгө йәрминкәгә йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырылды.