Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйәнсә “Мода хөкөмө” үтте

💥15 ноябрь 💥 район мәҙәниәт һарайы фойеһында бөрйәнсә💫“Мода хөкөмө”💫 үтте. 🔥“Лайм”🔥 матурлыҡ салоны хужабикәһе Зөмәрә Ғәбиҙуллина, парикмахер Светлана Исхакова, ИП Шагаретдинов Айнур Зиннур улының кейем магазины консультант-һатыусыһы Раушания Сәғитова ҡатнашты! Улар Рандом ҡушымтаһы ярҙамында асыҡланған, мода хөкөмөнә саҡырыу алған Ғәлиә Сәғитоваға яңы образ тыуҙырыуҙа бар оҫталыҡтарын һалды! Иң башта Ғәлиә үҙе һайлап алған образдарҙа үҙен күрһәтте, һуңынан инде стилистар үҙ эштәренә тотондо. Улар әҙерләнғәнсе Артур Сатвалов, Ильяс Айытбаев үҙ моңдарын көйәрмәндәргә еткерҙе!
Һәр кем Ғәлиәнең күҙ алдында үҙгәреүенә ҡыуанып үҙҙәренең изге теләктәрен һәм һоҡланыуҙарын еткерҙе!
Был саранан һәр кем күңел күтәренкелеге алып, һәр ҡатын-ҡыҙ матур, сағыу һәм бәхетле булырға хаҡлы тигән хәҡиҡәтҡә инанап ҡайтты.
“Мода хөкөмө”ндә ҡатнашырға батырсылыҡ иткән Ғәлиә Сәғитоваға, үҙ ваҡыттарын йәлләмәй һәр саҡ беҙҙең менән бергә булған Зөмәрә Ғәбиҙуллинаға, Светлана Исхаковаға һәм иңде сарабыҙға өр-яңы кейемдәрен алып килеп кейендергән һәм героинябыҙға күлдәк бүләк иткәне өсөн Раушания Сәғитоваға (ИП Шагаретдинов А.З.) ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!