Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Берҙәмлектә беҙҙең көс!”

Район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Берҙәмлектә беҙҙең көс” исеме аҫтында ҙур байрам концерты үтте. Ҙур сараның тантаналы өлөшө Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын индереү менән башланды. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов байрам уңайынан йылы ҡотлауҙарын еткергәс, “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен йөрөтөүсе сәнғәт коллективтары етәкселәренә район советының һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын, БР Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы етәксеһе Айнур Илгиз улы Бейембәтов та ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, бер төркөм сауҙа хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан, сәхнә түрен “өлгөлө” һәм “халыҡ” исемен йөрөткән ансамблдәр алды. Байрам концерты тамашасының күңеленә бик хуш килде.