Ҡотлайбыҙ!
“Башҡортостан” гәзите / газета “Башкортостан” төркөмө Гармунсылар көнө айҡанлы “Тынмаһын гармун моңо”
тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Конкурстың маҡсаты – халҡыбыҙҙың күңел төпкөлөндәге көй-моңдарҙы ишеттереү, талант эйәләрен күрһәтеү, бай рухи мираҫыбыҙҙы киңерәк танытыу ине.
Унда иһә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 17 һәүәҫкәр гармунсы еңеүсе исеме өсөн көрәште. Беҙҙең район данын был конкурста Яңы Мөсәт ауылынан оҫта гармунсы Мөхәррәм Ҡасҡынбаев яҡланы һәм иң-иңдәр араһында булды, әлбиттә Бар яҡтан да өлгөр, өлгө булыусы Мөхәррәм ағай Ҡасҡынбаевты 2 урын яулауы менән ҡотлайбыҙ
Артабан да тик уңыштар йылмайып торһон һеҙгә!
Тауыш йыйыуҙа ярҙам иткән райондаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Бергә булайыҡ – берҙәм булайыҡ!