Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Боҙ ҡаласығы асыу сараһы үтте

30 декабрь Район мәҙәниәт һарайы биләмәһендә боҙ ҡаласығын асыу һәм һындарҙы яҡлау сараһы үтте. Барлығы 8 ойошма ҡарҙан төрлө һындар эшләгән:

  1. Бөрйән электр селтәрҙәре (Әминев Динар Роберт улы).
  2. Бөрйән ветеринар станцияһы (Аратов Зәбир Самат улы).
  3. Район үҙәк дауаханаһы (Фәткуллин Ильмир Фәнил улы).
  4. Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы (Әхәт Әбдрәхим улы Әбдрәхимов).
  5. Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы (Денисламов Руслан Рафиҡ улы).
  6. 73-сө янғын һүндереү бүлеге (Хакимов Шамил Ниғмәт улы).
  7. Район мәғариф бүлеге (Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы).
  8. МУП “Алакуян” (Фәтхетдинов Азат Сәғит улы).

Һәр коллектив үҙҙәре эшләгән һындарын йырлы-моңло, шиғри сәләмдәре менән яҡлап, Яңы йылға матур теләктәрен еткерҙе.

Һөҙөмтәлә, еңеүсе итеп Район үҙәк дауаханаһы коллективы табылды! Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт! Эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!