Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар” конкурсы

Район мәҙәниәт һарайында уҙған “Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар” конкурсында алты Ҡыш бабай менән уларҙың ейәнсәрҙәре “Таныштырыу”, “Ҡыш бабай бейәләйе”, “Зал менән уйын”, “Музыкаль номер” конкурстарында үҙ-ара көс һынаштылар. Конкурста ҡатнашҡан һәр ойошма ярышҡа бик етди әҙерләнгән – сағыу реквизиттар, күңелле уйындар, оригиналь сығыштар, дәртле йыр-бейеүҙәр тамашасыларҙың да, жюри ағзаларының да күңеленә хуш килде.