Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Атайлы бала -арҡалы бала”

17 февраль көнө  Исламбай ауыл мәҙәниәт йортонда  “Атай һәм мин” район бәйгеһе  үтте. Бәйгенең маҡсаты атай менән бала араһындағы элемтәне нығытыу; атайҙарҙы  хөрмәт итеү; үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роленә һәм әһәмиәтенә иғтибарҙы йүнәлтеү; балаларҙы һәм өлкәндәрҙе берләштереү, бергәләп кәңәшләшеп эш итеү; ғаиләлә патриотлыҡ тойғо тәрбиәләү һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙың ролен күтәреү.  Сара Артур Сатваловтың дәртле йыры менән башланып китте. Биш ғаилә  ярыштылар. Улар  “Танышыу”, “Һөнәрем аҙ түгел”, “Һорау -яуап”, “Әсәй эштә саҡта”, “Ижади  бәйге” шарттарына атайҙар һәм  балалар матур итеп әҙерләнеп килгәндәр. Баһалама составында район мәҙәниәт һарайы директоры түбәндәге Нәҙершина Гөлнур Ғәле ҡыҙы, Исламбай мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлиуллина Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы Байғужина Мәҙинә Заһиретдин ҡыҙы конкурсанттарҙы баһаланылар. 1 -се урын Мәхәмәтйәнов Ибраһим, ҡыҙы Аида (Мәһәҙей ауылы), 2-се урын Зиянбаев Иршат ҡыҙы Гөлфиә (Тимер ауылы), Хафизов Флюр ҡыҙы Эльза (Исламбай), 3-сө урын Габидуллин Айгиз, ҡыҙы Айсилә (Аҫҡар ауылы), Гран при  Бикбаев Хәйҙәр улы Сыңғыҙ (Ғәликбәр ауылы). Бәйге аҙағында  Хөсәйенова Гәүһәр, Хәйбуллина Вәсилә, Ғәлиуллина Вәсилә ауылдаштарына музыкаль сәләмдәрен еткерҙеләр. Ер йөҙөндә һәр бер бала атай тип әйтһен, атай ҡанаты аҫтында үҫһен. Атайлы бала арҡалы бала. Һәр бала атайының йылы, яғымлы ҡарашын тойоп, талапсан ныҡлы һүҙен ишетеп, дуҫ, татыу ғаиләнең терәге атай икәнен һиҙеп йәшәһен. Ғаилә башлығы, ғаилә терәге булыусы- атайҙарға һәм  тормош йәме балаларға  бәйгелә ҡатнашыуҙарына рәхмәт әйтәбеҙ. Гел шулай берҙәм, татыу, ишле булһындар!