“Ил һаҡсыларын хәстәрләп”
8 ғинуар, Брәтәк ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Эльвира Хөсәйенова, Сулпан Юлдашева һәм Ғәзимә Йәғәфәрова ауылдаштары Нәйлә, Гөлдәр, Миңнур апайҙар, Фәйләрә, Лиана менән бергә мобилизация ла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә “Ил һаҡсыларын хәстәрләп” исеме аҫтында хәйриә акцияһына ихласлап ҡушылдылар. Ауылдың уңған ҡыҙҙары үҙәренең ҙур рәхмәттәрен борщ эшләргә ярҙам итеп ебәргән ауылдаштарына Миңзиә Исламова, Гүзәл Хәлитова, Нәйлә Хәсәнова, Зәлиә Йәғәфәрова, Миңнур Хөсәйенова апайҙарға, Рәйлә Ғөбәйҙуллина, Асия Кәримова инәйҙәргә, Лиана Халиковаға һәм рәхмәттең иң ҙуры Өфөлә эшләп йөрөүсе ошо ауыл егете – Эльвир Ниғмәтуллинға белдерәләр. Эльвир ҡыҙҙарға йәшникләп кишер, сөгөлдөр, 50шт банкалар һәм хатта шыйыҡ майына хәтлем алып ҡайтып биргән. Барыһына ла оло рәхмәттәрен әйтәләр. Шулай һәр ваҡыт бергә һәм берҙәм булайыҡ! Ә егеттәребеҙ имен һау Алла бирһа тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар! (мәғлүмәт Вклағы Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто группаһынан алынды)