Исҡужиндар -“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”
Башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу, дәртләндереү маҡсатында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” асыҡ республика конкурсының зона турында -Сибай ҡалаһында Бөрйән районынан Исҡужиндар ғаиләһе 1 март -Башҡорт ғаиләһе көнөндә Өфө ҡалаһына сығыш яһау бәхете йылмайҙы. Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә йәнле, бала йәнле, туған хисле булған. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Йәш ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ!