Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Искужиндар ғаиләһе беренсе!

Бөгөн Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023» асыҡ республика конкурсының зональ этапта «Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде.  «Ғаилә һөнәре» номинацияһында беҙҙең райондан Исҡужиндар ғаиләһе 1 -се урынға сығып, республика конкурсында ҡатнашыу бәхетенә өлгәштеләр. Әлфир һәм Гөлнәзирә Исҡужиндар Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә йәшәйҙәр.  Исҡужиндар ғаиләһендә Фаягөл һәм Ҡәҙриә исемле сәскәләй ике ҡыҙ  башҡорт рухында тәрбиәләнә. Әлфир Вәзир улы балалар ижады үҙәге өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында уҡытыусы булып эшләй, “Аҡбейек” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. Гөлнәзирә Фәрит ҡыҙы мәктәптә уҡыусыларға белем бирә һәм директор кәңәшсеһе вазифаһын башҡара.  Район күләмендә үткән мәҙәни  сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Исҡужиндар ғаиләһенә  уңыштар теләйбеҙ!