Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Әйтер һүҙем бар…”

Кейекбай ауыл  мәҙәниәт йортонда район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында матур традицияға әйләнгән  шиғыр һөйләү конкурсы үтте.  Шиғыр бәйгеһе  Башҡортостандың күренекле шағиры Рәми Ғәриповтың ижадынан торҙо.  Конкурста бөтәһе 36  кеше ҡатнашты. Конкурсанттарҙы түбәндәге жюри составы баһаланы: жюри рәйесе “Баҙал” әҙәбиәт берекмәһе ағзаһы, “Таң” редакцияһы хеҙмәткәре, күренекле шағирә Ғәрифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы, жюри составында район мәҙәниәт һарайы директоры Нәҙершина Гөлнур Ғәле ҡыҙы, мәҙәниәт өлкәһендәге ветеран-пенсионер  Исламова Сания Насибулла ҡыҙы, район үҙәкләштерелгән китапхана  системаһы директоры Исламов Илфат Барый улы һәм район үҙәкләштерелгән китапхана  системаһы методисы  Сафина Айгөл Самат ҡыҙы. “Әйтер һүҙем бар…” номинацияһында бүләкләнделәр: Ишҡыуатова Нәжиә (Байназар ауыл мәҙәниәт йорто культорганизаторы), Ғәлиуллина Вәлимә (Исламбай ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе), “Илһамлы башҡарыусы” номинацияһында Попова Ольга (Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе),  “Бөйөк һәм ҡөҙрәтле минең телем” номинацияһында Тләүбаева Гөлйемеш  (Нәби ауыл мәҙәниәт йорто культорганизаторы), “Рәми Ғәрипов ижадына һөйөү” номинацияһында Мәзитов Шәфҡәт (Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе), “Берҙәм Рәсәй” партияһының махсус призына Шәйхисламова Зөлфирә (Ҡолғана ауыл мәҙәнит йорто культорганизаторы), “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында  Баймырҙина Рәүилә (Тимер ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе) лайыҡ булды.  3- сө урынды бүлештеләр: Ишмөхәмәтов Илдар  (Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе), Уразаева Рәмзилә (Яңы Мөсәт ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе),   Ғафарова Гөлдәр (Яңы Монасип ауыл мәҙәниәт йорто культорганизаторы),   2-се урын  Сирбаева Алһыу (район мәҙәниәт һарайы методисы), Маликова Лариса (Мәһәҙей ауыл мәҙәниәт йорто культорганизаторы),  Тукбаева Ғәбиҙә (Кейекбай ауыл мәҙәнит йорто художество етәксеһе), Ейәнбаева Гөлдәр ( Яңы Собханғол ауыл мәҙәнит йорто художество етәксеһе), 1 -се урын Әлибакова Нәзилә (Байғаҙы ауыл мәҙәнит йорто культорганизаторы). Төп приз Гран при эйәһе Хөсәйенова Эльвира (Брәтәк ауыл мәҙәнит йорто художество етәксеһе). Алдағы йылдарҙа ла матур сығыштар көтөп ҡалабыҙ! Ижади эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!