Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Йылдарҙан йырҙар ҡала”

28 февралдән 4 мартҡа тиклем Бөрйән район мәҙәниәт бүлеге  “Йылдарҙан йырҙар ҡала” хәрби-патриотик йыр һәм шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан итә һәм  онлайн форматта үткәрелә. Конкурс ике номинацияла: соло һәм ансамбль. Башҡарыусыларҙың йәше 14-18, 19-35 тиклем. Конкурс илһөйәрлек йырҙарын киңерәк таратыу, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ уятыу, өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләүҙе  маҡсат итеп ҡуя. Видеоны төшөргәндә телефонығыҙҙы горизонталь тотоп һәм автоповоротҡа бороп төшөрөргә кәрәк. Быйылғы йылдың видеояҙмалары ғына ҡабул ителә. Конкурсҡа ебәрә торған видеояҙмаларҙы үҙегеҙҙең ВКлағы интернет селтәренә ҡуйып “БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” төркөмөнә https://vk.com/rdkburzyan “Яңылыҡ” итеп бүлешергә кәрәк (Исем фамилия, йәшегеҙҙе, башҡарған әҫәрҙе яҙырға онотмайбыҙ, хештег #ЙылдарҙанЙырҙарҠала). Конкурс район эсендә генә үтә. Йомғаҡлау 6 март көнө.  Жюри бөтә урындарҙы ла бирмәҫкә мөмкин (Гран при, 1-се, 2-се ,3-сө урындар).