Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Минең телем-әсәм теле

#РоднойЯзык2023 #ТуғанТел2023
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Һәр халыҡтың хазинаһы, уның әсә теле, тыуған теле бар. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер.
Район мәҙәниәт һарайы  Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Бөрйән районында йәшәгән халыҡтың телен хөрмәтләү йөҙөнән “Минең телем-әсәм теле” исемле флешмоб иғлан итә. Флешмобта үҙегеҙҙең туған телегеҙҙә шиғыр һөйләп ВКлағы шәхсән битегеҙгә #РоднойЯзык2023 #ТуғанТел2023 хештеге менән беркетеп, район мәҙәниәт һарайы “БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ” (vk.com) төркөмөнә яңылыҡ итеп тәҡдим итергә кәрәк. Видеоларҙы көтөп ҡалабыҙ!