Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Яҡташыбыҙ Зилә һылыуҙан оҫталыҡ дәресе

Башҡорттарҙың  көн-күреш хужалығында  быуаттар буйы кейеҙгә  ҙур урын бирелгән,  һарыҡ аҫрау, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу борондан килгән кәсеп. Өҫ һәм баш, аяҡ кейемдәрен дә  йөндән әүәләп, төрлө биҙәктәр ҡулланып эшләргә яратҡандар. Йөн әйберҙәр һаулыҡ өсөн дә файҙалы икәне бөтәбеҙгә лә билдәле.
Сәхнә оҫтаһы Зилә Лира улы Ян менән 31 ғинуар көнө Яуымбай сәхнәһендә концерты менән ҡыуандырып китһә, иртәгенеһенә мәҙәниәт йортонда, кейеҙ тәпешкәләр баҫып өйрәтеү өсөн, ҡатын-ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Үҙенең эшенән, шөғөлөнән йәм табып, уны башҡаларға өйрәтеп, ижад утында янып йөрөүсе  яҡташыбыҙ Зилә Лираға ҙур рәхмәттәр еткерәләр! Ныҡлы һаулыҡ, ижади эшендә  уңыштар теләп ҡалдылар !

(мәғлүмәт Вклағы Яуымбай ауыл мәҙәниәт йорто группаһынан алынды)