“Баллы-кәрәҙле тормош” пьесаһы ҡуйылды
23 март көнө район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара театр көнөнә
“Баллы-кәрәҙле тормош”
исемле балалар өсөн музыкаль пьеса ҡуйылды. Пьесаны сәхнәгә Район мәҙәниәт һарайы методисы Алсу Урал ҡыҙы Сирбаева сығарҙы. Ә ролдәрҙе бик килештереп, Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү уҡыусылары, Айтуған Әминев, Хазина Кинйәбаева, Ғәҙилә Бейембәтова, Ибраһим Могамедов һәм ҡарт ролендә Артур Сатвалов уйнанылар. Ҡатнашыусыларға киләсәктә лә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!