“Йәш һандуғас – 2023” йыр конкурсы үтте
Район мәҙәниәт һарайында Иҫке Собханғол ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе 3-7 йәшлек балалар өсөн “Йәш һандуғас – 2023” бәйгеһе үтте. Был конкурс күптән инде матур йолаға әүерелеп, йыл да йырға маһир кескәйҙәрҙе үҙенә йыя. Быйыл да 50-ләп ҡатнашыусы булды. Конкурста ансамблдәр һәм айырым ҡатнашыусылар сығыш яһанылар.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде:
Ансамблдәр араһында:
1 урын – “Мила” балалар ансамбле (“Аҡбуҙат”),
“Баҙал” малайҙар ансамбле (“Баҙал”),
2 урын – “Теремок” балалар ансамбле (“Аҡбуҙат”),
“Баҙал” балалар ансамбле (“Баҙал”),
Квартет (Ағиҙел),
3 урын – “Йондоҙсоҡтар” ансамбле (“Аҡбуҙат”),
“Ҡояшҡай” ансамбле (“Аҡбуҙат”).
Айырым башҡарыусылар араһында:
Гран-при – Йәсмин Уразаева,
1 урын – Әмилә Ғәбитова, Самира Хоҙайназарова, Эльвира Йәғәфәрова,
2 урын – Сафия Теләүбаева, Асҡар Аккучуков, Айсель Мансурова,
3 урын – Азалия Аҡбулатова, Фаягөл Исҡужина, Зөлхизә Сәитбаталова яуланылар.
“Өмөт” номинацияһында Камилә Хәсәнова. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында – Алианна Ниязгулова билдәләнделәр. Барлыҡ балалар ҙа диплом һәм татлы бүләк алып ҡыуанды. Ҡатнашыусыларға, әҙерләүсе тәрбиәселәренә, ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!