Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Шәфҡәтебеҙ беренсе!

Иҫке Сибай ауылының мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары сәсәндәре “СИБАЙ СӘСӘН ЙЫЙЫНЫ”на йыйылды. Сарала ете район ҡатнашты. Беҙҙең Бөрйән районынан Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Мәзитов Шәфҡәт Әхмәтғәзи улы көндөң буранлап тороуына ҡарамай үҙен һынап ҡарарға була. Һәм был юлы ла Шәфҡәт Мәзитов һынатманы-беренсе урынды алып ҡайтты! Матур уңышлы сығышы менән райондашыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Алдағы ижади юлында Еңеүҙәре күп булһын. Афарин!