Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Яҙ гүзәле – 2023” матурлыҡ конкурсы үтте

16 март көнө район мәҙәниәт һарайында районыбыҙҙа йолаға әүерелгән “Яҙ гүзәле” район матурлыҡ бәйгеһе үтте. Конкурс милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын пропагандалау, ижади мөмкинлектәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижад төрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Конкурста береһенән береһе сибәр, матур һәм аҡыллы 7 ҡыҙ ҡатнашты. Иң башта улар үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан, ижади конкурста һылыуҡайҙар үҙҙәренең талантын, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. “Минең шөғөлөм” конкурсында ҡыҙҙар яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләп, презентацияларын тәҡдим иттеләр. Интеллектуаль конкурста ла көс һынашҡас, ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән күлдәктәрҙә сығыш яһанылар. Жюри йомғаҡ яһағансы, сараны биҙәп Айрат Баязитов, Ильяс Айытбаев, Артур Сатвалов, “Гәлсәр” вокал ансамбле, Рәсилә Сәғитова,  К.Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең 3,4 синыф ҡыҙҙары (ет. Д.Хәкимова) тамашасыларға йыр-бейеүҙәрен бүләк иттеләр.

Бына инде, барыһы ла көтөп алған тулҡынландырғыс минуттар килеп етте. Шулай итеп,

“Мөләйем һылыу” – Хазина Кинйәбаева (Яңы Собханғол),

“Һәләтле һылыу” – Ынйы Шәмсетдинова (Нәби),

“Сая ҡыҙ” – Алтынай Ғәрифуллина (Әбделмәмбәт),

“Зауыҡлы һылыу” – Айгөл Мирсова (Иҫке Монасип),

“Тамашасы һөйөүе” – Әдилә Зәйнуллина (Иҫке Собханғол)

номинацияларында билдәләнделәр. Шулай уҡ, Нәби һылыуҡайы Ынйы Шәмсетдиноваға жюри ағзаһы Владик Тәлғәт улы Әхтәмов махсус бүләген тапшырҙы.

Баһалама ағзалары бер һүҙҙән булып, урындарҙы түбәндәгесә баһаланы:

3 урында – Лилиана Ҡасҡынбаева (Иҫке Собханғол),

2 урында – Хазина Кинйәбаева (Яңы Собханғол),

1 урында – Әдилә Зәйнуллина (Иҫке Собханғол)

Гран-при һәм “Яҙ гүзәле – 2023” титулына Илнара Йомағолова (Иҫке Монасип) лайыҡ булдылар! Еңеүсе тажын Илнараға “Яҙ гүзәле-2022” район конкурсы еңеүсеһе Ғәҙилә Бейембәтова тапшырҙы.

Ҡотлайбыҙ!!! Шундай ҙур сарала теләп ҡатнашҡан, үҙҙәре менән таныштырып, һөнәрен күрһәткән, күңелдәрҙе асҡан ҡыҙҙарға, уларҙы әҙерләүсе ата-әсәләренә, уҡытыусыларына, дуҫтарына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Һәр ҡайһығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ!