Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Бәләкәй принцессалар балы”

7 апрель район мәҙәниәт һарайында   физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән  ҡыҙҙар өсөн «Бәләкәй принцессалар балы” тәүге тапҡыр   мәрхәмәтлек сараһы ойошторолдо.  Байрам мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән театралаштырылған тамаша менән башланып китте. Артабан балаларҙы район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы тәбрикләне. Сара төрлө уйын майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре , матурлыҡ салоны, аквагрим, оҫталарҙың  ҡул эштәре күргәҙмәһе менән үрелеп барҙы. Район балалар китапханаһының ҡурсаҡ театры   М.Кәримдең  “Ҡайын урманы” әкиәтен күрһәтһә, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре төрлө мауыҡтырғыс уйындар әҙерләп алып килгәндәр. Шулай уҡ К.Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары  фортепьянала һәм флейтала уйнап байрамға йәм өҫтәнеләр. Ҡыҙҙарҙы өлгөлө “Ялҡын бейеү ансамбле егеттәре вальсҡа алып төштөләр. Бәләкәй принцессалар үҙҙәре менән таныштырып, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләп үттеләр. Байрамға килгән балаларҙың һәр береһенә Д.Хөсәйенованың “Непоседы” магазинына сертификат тапшырылды. Байрамға йәм өҫтәп төрлө персонаждар да килгән ине.  Һәр ҡыҙ әкиәткә, тылсымға ышана. Бөгөнгө сара һеҙҙең күңелдәрегеҙгә ҡанат ҡуйһын, ышаныс өҫтәһен!