Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Еҙ үксә” район бейеү бәйгеһе үтте

20 апрель Яңы Усман мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ Байегет Рәфис улы Бикбулатов иҫтәлегенә “Еҙ үксә” район бейеү бәйгеһе үтте.
Барлығы 30-ға яҡын уҡыусылар ансамбле ҡатнашты был бәйгелә.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде:
✅Гран-при – “Йәйғор” бейеү ансамбле (Килдеғол ауылы),
✅1 урын – “Байегет” бейеү ансамбле (бәләкәй төркөм, Яңы Усман ауылы),
✅2 урын – “Йондоҙҙар” бейеү ансамбле (Ғәҙелгәрәй ауылы) һәм “Хазина” бейеү ансамбле (Әтек ауылы),
✅3 урын – “Байегет” бейеү ансамбле (өлкән төркөм, Яңы Усман ауылы), “Ләйсән” бейеү ансамбле (Тимер ауылы), “Йондоҙсоҡтар” бейеү ансамбле (Ағиҙел ҡасабаһы).
Шулай уҡ, “Еҙ үксә” (Брәтәк ауылы), “Тамсыҡай” (Яңы Собханғол ауылы) һәм Байғаҙы, Ҡолғана ауылы ансамблдәре конкурстың махсус бүләгенә лайыҡ булдылар. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Байегеттең ғаиләһе әҙерләгән конкурстың исемле бокалдары, урын алыусыларға иҫтәлекле бүләктәре, ә гран-при эйәләренә күсмә кубок һәм 5 меңлек сертификат һәм дипломдар тапшырылды.