“Милләт йөҙө – милли кейем”
Бөгөн район мәҙәниәт һарайында “Милләт йөҙө-милли кейем” исемле милли кейем көнөнә арналған рухи сара булып үтте. Байрамға килгән оҫталарҙы мәҙәниәт бүлеге начальниғы К.М. Тләүбаева тәбрикләп үтте. “Боронғонан ҡот алып” Бөрйән ерлегендә һаҡланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе “СЕЛТӘР” эшләү буйынса марафонда ҡатнашыусыларҙы бүләкләп дипломдар тапшырылды. Районыбыҙҙың оҫта ҡыҙҙары “Тамға” республика конкурсы еңеүсеһе Ғәбиҙуллина Әлфиә Таһир ҡыҙы, үҙ эше оҫтаһы, төрлө конкурстар еңеүсеһе Ғимранова Таңһылыу Кәрим ҡыҙы саҡырылды. Улар үҙҙәренең эштәренән күргәҙмә ҡуйҙылар. Байрамға килгән оҫталар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.
Милли кейем – ул халыҡтың күңел торошо, бай тарихы һәм мәҙәниәте. Быуындан быуынға күсеп килгән ҡомартҡыһы!