Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

9 май саралары гөрләне

9 Май – илебеҙҙә иң бөйөк, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Һәр йылдағыса бөрйәндәр ҙә ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында еңеп сығыусыларғадан һәм хөрмәт күрһәтте. Иң баштан “Үлемһеҙ полк” урам буйлап үтте. Унан һуң тантаналы парадта үтеүселәр бер-бер артлы теҙелде. Халыҡ байрам сараһы үткән майҙанға күпләп ағылды. Мәктәп алдында үткән митингта Район хакимиәте башлығы Ғ.М.Манапов, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе А.Ғ.Баймөхәмәтов, Башҡортостан телевидениеһының мәғлүмәт программалары төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтенең вәкиле Р.Р.Кәримова телмәр тотто. Артабан, Еңеү көнөнә әҙерләнгән сараны районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында байрам концерты дауам итте. Урамда мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективтары һәр кемгә бушлай һалдат бутҡаһы тәҡдим иттеләр.