Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Ҡотло булһын алтын туйҙар!

Йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа һөйләнгән, кешеләргә йәшәү көсө биргән мәңге йәш, көслө тойғо – мөхәббәткә бағышланды 12 май, район мәҙәниәт һарайында үткән “Матур ғаилә – ил күрке!” тигән матур сара. Был көн 50 йыл бергә ғүмер кисергән парҙарҙы алтын туйҙары менән ҡотлап үтелде. Тирә-яғыбыҙға күҙ һалайыҡ әле! Ауылдарыбыҙҙа мөхәббәткә тоғро булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр бик күп. Матур донъя көтөү, татыу ғаилә ҡороу, тәүфиҡлы балалар үҫтереү – был бит мөхәббәт емеше.
Бөрйән районында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп. Шуларҙың 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын ҡаршы алыусы парҙарҙы – Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Раиса Афанасьевна һәм Рафик Әйүп улы Хәкимовтар, Ағиҙел ҡасабаһында йәшәүсе Тәнзилә Вәли ҡыҙы һәм Дамир Мөхәмәт улы Ҡәҙерғоловтар, Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Клара Абдулла ҡыҙы һәм Сәлих Садыҡ улы Сафиндар, Байназар ауылынан Салауат Мөхәррәм улы һәм Хәтирә Мәғәфүр ҡыҙы Туктамышевтар ғаиләләрен Ғәзиз Миңлеәхмәт улы һәм ЗАГС бүлеге мөдире Гөлсәсәк Рәхмәт ҡыҙы ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы башлығының Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Артабан ғаиләләрҙе, үҙҙәрендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан коллегаларын, төрлө ойошма етәкселәре, туғандары һәм ҡәҙерле балалары ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе. Һәр сығыш моңло һәм дәртле йыр бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ошо иҫтәлекле һәм мәртәбәле кисәлә ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, мөхәббәт теләйбеҙ. Байрам менән хөрмәтле дуҫтар!