Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

Бөрйәндә һабантуй гөрләне

3 июнь райондың Күҙәмбәт яланында халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуй үтте. Бында һәр йылдағыса ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһалды, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнде.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, милли ризыҡтар тәҡдим ителгәс, хеҙмәт коллективтары парады үтте. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы бар халыҡты байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп, бүләктәр тапшырып үтте. Ҡунаҡтарҙың сығышынан һуң, рух, тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған концерт өлөшө башланып китте. Төрлө уйындар үткәрелеп, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар билдәләнде.