Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянский районный дворец культуры»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районының
муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы
«Бөрйән район мәҙәниәт һарайы»
453580, Республика Башкортостан, Бурзянский район, село Старосубхангулово, ул. Ленина, д.74
тел. +7 (347-55) 3-53-33, факс: +7 (347-55) 3-62-32; e-mail: burzyanrdk@mail.ru

“Бер күрешеү үҙе бер ғүмер”

Бөгөн, 19 июнь Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда “Бер күрешеү үҙе бер ғүмер”исемле ҙур күләмле сара үтте. Байрамға Белорет районының Шығай ауыл мәҙәниәт йортоноң”Гөлнәзирә”фольклор ансамбле килде.  Улар кейеҙ биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе  үткәрһә, Муллағолова Зәкиә сергетыш буйынса һөйләне, ә “Кәрәҙ” халыҡ декоратив биҙәү -ҡулланма сәнғәте клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғизатуллина “Сергетыш” проекты менән таныштырҙы. Сара үҙ-ара кәңәштәр, фекер алышыуҙар менән үрелеп барҙы. Ҡолғананан “Тамьян гәүһәрҙәре”, Килдеғолдан  “Умырзая”, Әбделмәмбәттән  “Үҙән”  халыҡ фольклор ансамблдәре үҙҙәренең сығыштары менән сараны йәмләп ебәрҙеләр. Халыҡ ижадын үҫтереү буйынса үткән йәнле осрашыуҙар күберәк, дуҫлыу ептәре нығыраҡ булһын!